Месячник башкирского языка
Декабрь 13, 2020
Просмотров: 25
Йыланлы урта мәктәбендә башҡорт теле айлығына ҡарата асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар үтә. 1 класта башҡорт теле дәресендә «Тыуған ерем- Башҡортостан» темаһына Рәүиҙә Нәғиф ҡыҙы асыҡ дәрес үткәрҙе. Уҡыусыларға телде һөйөргә, илде ҡәҙерләргә өйрәтте. Башҡортса китаптар уҡырға ҡыҙыҡһындырҙы.
Ә 6 кластар араһында Людмила Нәбиулла ҡыҙы кластан тыш сара «Башҡортостан» темаһына ҡарата ШТК үткәрҙе.Сара бик ҡыҙыҡлы үтте. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләнде.Унда ике команда : «Алдыңғылар»һәм «Батырҙар» ҡатнашты. Күп мәрәй йыйып «Алдыңғылар» командаһы еңде.
Шулай уҡ, бәләкәстәр башҡортса йәнһүрәттәр ҡаранылар, ә 7 класс уҡыусыларына «Һеңлекәш» киноһы күрһәтелде.