1. Ученикам
  2. Новости
  3. 14 декабрь-Башҡорт теле көнө

14 декабрь-Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2020 Просмотров: 41

Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Туған теле барҙың үҙ рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр. 14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Йыланлы урта мәктәбендә шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына бағышланған саралар үтте. 3 класс уҡыусылары (уҡытыусылары Алсу Вадим ҡыҙы) М. Аҡмулланың тормошона һәм ижадына сәйәхәт, 4 класс уҡыусылары (уҡытыусылары Фәнзәлиә Мөхәмәтйән ҡыҙы) М. Аҡмулланың аҡ юлынан тигән сарала ҡатнашты. Людмила Нәбиулла ҡыҙы 8,9 класс уҡыусылары өсөн «Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла» тигән дәрес-конференция үткәрҙе.

5 класта Башҡорт теле көнөнә арналған «Халҡым теле – хаҡлыҡ теле»  асыҡ дәрес һәм татар теле уҡытыусыһы «Телдең күрке - һүҙ» тигән  монтаж үткәрҙеләр.

Шулай уҡ, 5,6,7 класс уҡыусылары күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр,тиҙәйткестәр әйттеләр.

Бындай саралар башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә булышлыҡ итә.

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.